11 декабрь, Йәкшәмбе

12 декабрь 2014 йыл, 17:34

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында халыҡтар форумы үтте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең боронғо башҡорт ауылында халыҡтар форумы үтте.

Конференцияла район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессия вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа көнүҙәк, шул иҫәптән милләт-ара толерантлыҡ мәсьәләләре тикшерелде. Форум сиктәрендә биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм башҡорт үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының концерты ойошторолдо.

— Форумдың төп маҡсаты — милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү, милләт-ара, конфессия-ара һәм йәмғиәт килешеүен нығытыу, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Ҡоншаҡ ауылы үҙенең матур тәбиғәте, бай традициялары һәм үҙенсәлекле мәҙәниәте менән дан тота. 1934 йылға тиклем Ҡоншаҡ районы БР Арғаяш районы составына ингән. Бында башҡорт халҡының күренекле фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Абдулҡадир Инан, Ҡадир Тимерғәзин, Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Хәй Мөхәмәтйәров, Рамазан Шәғәлиев тыуған. Халыҡтар форумы беренсе тапҡыр Ҡоншаҡ районында былтыр декабрь айында уҙҙы. Тәүге осрашыу Конституцияның 20 йыллығына арналды.