8 декабрь, Кесе йома

12 декабрь 2014 йыл, 19:24

Рөстәм Хәмитов: «Хеҙмәт кенә йәмғиәтебеҙҙе нығыта аласаҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың 42 алдынғы сәнәғәт, хоҡуҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкә, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары, ордендар менән билдәләнде.

Төбәк етәксеһе залда йыйылыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы һәм яҡшы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Рөстәм Хәмитов уларҙы үҙҙәренең тәжрибәһен йәштәргә бирергә һәм  яңы хеҙмәт ҡаҙаныштарына рухландырырға саҡырҙы.

– Беҙгә бер бөтөн булырға кәрәк .Һеҙ үҙ миҫалығыҙҙа хеҙмәт һөйгәндә барыһына ла ирешергә мөмкин булыуын күрһәтергә һәм иҫбатларға тейеш. Хеҙмәт кенә йәмғиәтебеҙҙе нығыта аласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Бүләкләнеүселәрҙең исемлеге менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.