9 декабрь, Йома

12 декабрь 2014 йыл, 18:22

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөгә Волга буйы федераль округы профсоюз ойошмалары территориаль берләшмәләре ассоциацияһы Советы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков менән осрашыу үткәрҙе.

Профсоюз лидеры төбәк башлығына  үҙе ҡатнашҡан республика Профсоюздар федерацияһы пленумы һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов менән Михаил Шмаков халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә профсоюздарҙың әүҙем ҡатнашырға тейешлеген тикшерҙе.

Михаил Шмаков республика республика профсоюз ойошмалары эшенә юғары баһа бирҙе, шул уҡ ваҡытта уларҙы тиҙ үҙгәреүсән социаль-иҡтисади шарттарында һөҙөмтәлелекте күтәрергә саҡырҙы.