7 декабрь, Шаршамбы

12 декабрь 2014 йыл, 16:46

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында участка дауаханаларын һаҡлап ҡалыуҙы талап итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында  үҙәк район дауаханаларының участка бүлексәләрен һаҡлап ҡалыуҙы һәм артабан эшләүен тәьмин итеүҙе талап итте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов район үҙәгенән 50 километрҙан ашыу алыҫлыҡта ятҡан ауылдарҙа  участка бүлексәләрен һәм шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаларын япмаҫҡа ҡушты.

Ошо һорау буйынса ҡәтғи ҡарар райондарҙа йәшәүселәрҙең республика Президентына коллектив мөрәжәғәте нигеҙендә ҡабул ителгән. Район дауаханалары структураларын оптималләштереү сиктәрендә ошо бүлексәләрҙе япҡан осраҡта тиҫтәләрсә кешеләргә, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барырға тура киләсәк. Ә был иһә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатында, демография күрһәткестәрендә сағылыш табасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Башҡортостан Президенты Бөрйән районы Байназар ауылындағы шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаһын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.