4 декабрь, Йәкшәмбе

12 декабрь 2014 йыл, 15:28

Башҡорт ғалимдары Ҡаҙағстанда уҙған конференцияла башҡорт хикәйәттәре менән таныштырҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 декабрҙән 10-на тиклем Аҡтау ҡалаһында (Ҡаҙағстан) «Ноғайлы эпосы һәм Мурын-йырау феномены» тип аталған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда Ҡараҡалпаҡстан, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан республикаларының билдәле ғалимдары ҡатнашты. Башҡортостан исеменән конференцияла филология фәндәре докторы, Аҡмулла исемендәге БДПУ-ты профессоры Әхмәт Сөләймәнов менән филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, С.Баишев исемендәге Аҡтүбә университетының (Ҡаҙағстан) почетлы профессоры, күренекле сәсәниә Розалиә Солтангәрәева сығыш яһаны. Эпик әҙәбиәттең дөйөм төрки һәм ноғай әҫәрҙәренең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Башҡорт ғалимдарының сығышы конференцияла ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Аҡтауҙағы конференция Н.Жанторин исемендәге театрҙа сәсән-йырауҙарҙың  концерты менән тамамланды. Улар думбыра, ҡыл-ҡумыҙға ҡушылып эпик хикәйәттәр, өләңдәр башҡарҙы, өзләне. Сәсәниә Розалиә Солтангәрәева «Урал батыр» эпосынан өҙөк ишеттерҙе. Уның сығышын тамашасылар алҡыштарға күмде.