8 декабрь, Кесе йома

12 декабрь 2014 йыл, 14:33

Башҡортостандың тау саңғыһы үҙәктәрендә ҡышҡы миҙгел асылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәр республикалағы һигеҙ, шулай уҡ Силәбе өлкәһендә урынлашҡан бер тау саңғыһы комплексына бара аласаҡ.

Өфөлә («Аҡ Йорт», «Олимпик-парк»),  Ҡандракүлдә (Туймазы районы), Иглин районының Аҡбирҙе ауылында («Ташлы», тюбинг өсөн генә трасса бар), Ишембай районының Шахтау ҡасабаһында («Ҡуш-тау»), Мәләүез районының Һабаш ауылында («Ергән-тау») трассалар эшләй башланы.  Яҡтыкүлдә (Әбйәлил районы, «Металлург-Магнитогорск»), Абҙаҡта (Белорет районы), шулай уҡ Нуриман районының Павловка ауылынан ете километр алыҫлыҡта («Павлов паркы») трассалар асылды. Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында «Райдер» тау саңғыһы комплексы эшләй.

Республиканың бөтә тау саңғыһы үҙәктәрендә тюбингтар өсөн трассалар бар.

Тау саңғыһы үҙәктәре хеҙмәттәре, әүҙем трассалар, адрестар һәм телефондар тураһында мәғлүмәт «Башинформ» агентлығының мәғлүмәт графикаһында бирелгән.