Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Ҡытайға 3 миллиард һум күләмендә бал оҙатыласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге менән Ҡытайҙың «Йәшел тамыр» компанияһы араһында 3 миллиард һум күләмендә бал оҙатыу буйынса оҙайлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәьмин итеүҙең ысын күләме Ҡытайҙың заявкалары буйынса билдәләнәсәк. Килешеүҙең базалы параметрҙарынан сығып иң юғары күләм яҡынса 10 тонна продукт тәшкил итәсәк.

Балдан тыш, республика Ҡытайға инә ҡорт һөтө, умартасылыҡ продукттары нигеҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлек, дауалау-иҫкәртеү һәм косметика саралары оҙатасаҡ. Ҡытайҙан тәүге заявка 2015 йылдың февралендә ҡабул ителәсәк, ә балдың беренсе партияһы апрелдә ебәреләсәк тип күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть