Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – һатып алыуҙар асыҡлығы буйынса милли рейтинг лидерҙары рәтендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан «Һатып алыуҙар асыҡлығы буйынса милли рейтинг-2014» проекты һөҙөмтәләре буйынса «гарантияланған асыҡлыҡ» категорияһында юғары балл йыйған төбәк лидерҙары иҫәбенә инә, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Рейтинг лидерҙары асыҡ һәм һөҙөмтәле эшләй, уларҙың эшмәкәрлеге конкуренция кимәленең юғары булыуы һәм мәғлүмәт асыҡлығы менән айырылып тора, тип аңлатма бирҙеләр проекттың ойоштороу комитетында.  

2014 йылдың рейтингы контракт системаһы тураһында яңы закон положениеларын иҫәпкә алып төҙөлдө. Һатып алыуҙар өлкәһен күҙәтеү һәм иң яҡшы тәжрибәләр эҙләү – проекттың мөһим бурыстарының береһе. Тикшереү барышында 2,5 миллиондан ашыу һатып алыу тәртибе ҡаралған, уларҙың дөйөм күләме – яҡынса 6,7 триллион һум.  

Йомғаҡ яһағанда zakupki.gov  һәм «Росстат»тың рәсми сайттары, төбәк һәм муниципаль берәмек, шулай уҡ дәүләт, муниципаль заказ биреүселәрҙең һәм дәүләт компанияларының мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть