Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

12 декабрь — Рәсәй Конституцияһы көнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

12 декабрҙә дәүләт байрамы — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Ул 1993 йылда бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде.

Конституция ҡабул ителгәндән алып документҡа күп кенә төҙәтмәләр индерелгән. Һуңғылары араһында — ил Президенты һәм Дәүләт Думаһы вәкәләттәре сроктары тураһында положениелар.

Бөгөнгө көндә төп документтың «беренсе данаһы» Кремлдә дәүләт башлығының китапханаһында һаҡлана.

Элегерәк 12 декабрь рәсми ял көнө булып иҫәпләнә ине. Әммә 2004 йылдың 24 декабрендә Дәүләт Думаһы РФ Хеҙмәт кодексына байрам календарын үҙгәрткән төҙәтмәләр ҡабул итте. Законға ярашлы, хәҙер 12 декабрь эш көнө тип һанала, ә байрам илдең иҫтәлекле даталары исемлегенә индерелде.  

Бөгөн Башҡортостанда байрам саралары, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө уҙғарыла.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть