Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы – Ҡырғыҙстанда

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостандың эшлекле даирәләр делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырғыҙстанға юлланды. Уның составында 19 кеше, араларында «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Баштехкомплект», «Радоил», «Евразия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм башҡа компания вәкилдәре бар. Делегацияның етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров.

Сәфәр сиктәрендә ике республика эшҡыуарҙары араһында һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ. Делегация ағзалары «Бишкәк» ирекле иҡтисади зонаһына барасаҡ, «Башҡортостан Республикаһы миҫалында Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттарын булдырыу» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ.

Бөгөнгө көндә үҙ-ара сауҙа итеү күләме буйынса Башҡортостандың партнеры булған илдәр араһында Ҡырғыҙстан 21-се урынды биләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть