Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре наградаға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡорт Википедияһының 10 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә уны ойоштороусылар башҡорт һабантуйҙары традицияларын дауам итеп үҙҙәренең әүҙем волонтерҙарын бүләкләне. Яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова менән Гөлнур Яҡупова Башҡорт Википедияһын һәм Викикитапхананы булдырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн «Викимедиа РУ» коммерция булмаған ойошмаһының махсус дипломына лайыҡ булды. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 80 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Вики-Һабантуй 2015»-тең төп ваҡиғаһы – «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» фәнни-практик конференцияһы. Ул 2015 йылдың 24-26 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә уҙа.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть