10 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2014 йыл, 16:50

Өфө фабрикаһында тегелгән мәктәп формаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Өфө трикотажы» фабрикаһы кейем дизайнерҙары һәм форма тегеүселәр араһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәй етештереүселәренең тауары. Башланғыс кластар» номинацияһында беренсе урын яуланы, тип хәбәр иттеләр предприятиенан. Конкурсҡа тәҡдим ителгән моделдәр Вячеслав Зайцевтың Мода йорто менән берлектә әҙерләнгән.

«Өфө трикотажы» 20 флагман магазинын мәктәп формаһы менән тәьмин итеү буйынса «Балалар донъяһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән менән килешеү төҙөйәсәк.

Конкурста 70 предприятие ҡатнашты. Ирекле дизайнерҙар 740-тан ашыу эскиз һәм форма өлгөләрен тәҡдим иттте. Баһалама ағзалары составында билдәле модельерҙар, уҡытыусылар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине.

Конкурстың маҡсаты  — Рәсәй етештереүселәренә ярҙам итеү, уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә эске баҙарҙа тәҡдим ителгән сифатлы һм осһоҙло мәктәп формаһы тураһында мәғлүмәт биреү.