Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башкортостан» ДТРК-ның Бакулев исемендәге кардиоүҙәк тураһындағы фильмы Рәсәй тамашасыларына тәҡдим ителәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге менән берлектә Рәсәйҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре проблемаһын күтәргән күләмле федераль проекттың инициаторы булып сығыш яһаны. Проект этаптарының береһендә медицина учреждениеһының эше хаҡында «Там, где живет душа» документаль фильмы төшөрөлдө. Сценарийҙың авторы — тележурналист Алина Сөләймәнова. 25 минутлыҡ таҫманың геройҙары – Башҡортостан Республикаһында, Белгород, Һамар, Мәскәү ҡалаларында йәшәүселәр. Премьера 2015-се – Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы башланыр алдынан күрһәтеләсәк.  

Фильмды республика тамашасылары 13 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-се 5 минутта «Рәсәй 1-Башҡортостан», 17 декабрҙә киске сәғәт 10-да «Рәсәй 24»  каналында ҡарай аласаҡ. Премьеранан һуң картинаны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә күрһәтәсәктәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть