7 декабрь, Шаршамбы

11 декабрь 2014 йыл, 14:30

Башҡортостан парламентарийҙары күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында закон проектын әҙерләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостан парламентарийҙары күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороуҙы көйләүсе закон проектын әҙерләне. Закон проекты БР Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ултырышында тәҡдим ителде.

Документҡа ярашлы, республика Хөкүмәтенә «Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы» Фонды етәксеһен конкурс нигеҙендә раҫлау буйынса вәкәләттәр бирелә. Рәсәйҙең Торлаҡ кодексы нормалары буйынса төбәк властары капиталь ремонт фонды саралары иҫәбенә финансланыусы күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса хеҙмәттәр һәм эштәр исемлегенә өҫтәмәләр индерергә хоҡуҡлы. Мәҫәлән, был исемлеккә йылытыу системаларын йыуҙырыу, шәхси йылылыҡ пункттарын ҡуйыу, смета документтарын әҙерләүҙе өҫтәргә мөмкин.

Закон проекты бер күп фатирлы йорт хужалары йыйған аҡсаларҙы аҙаҡ ҡайтарыу нигеҙендә икенсе йорттарҙы ремонтлауға тотонорға  тәҡдим итә. Был пункт әле һүҙ барған өйҙәр бер үк  муниципаль берәмек территорияһында урынлашҡан осраҡта ғына иҫәпкә алынасаҡ.

Закон проекты Комитет ағзалары тарафынан раҫланып, беренсе һәм аҙаҡҡы уҡыуҙарҙа ҡаралыуға тәҡдим ителгән.