Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Киләһе аҙнала Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

15 декабрҙән 19-на тиклем Башҡортостанда бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә арналған саралар уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәгенән. Сараның программаһы бай һәм күп төрлө. Мәғариф һәм мәғрифәтселек тарихына бағышланған тематик күргәҙмәләр «Эрмитаж» художество галереяһында (Миәкә районы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, район Мәҙәниәт һарайы), Мәғарифты үҫтереү тарихы музейында (Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 22), Башҡорт дәүләт педагогия университетының Аҡ залында (Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3а) ойошторола. «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы 12–13 декабрҙә Миәкә районында үтә.  

15 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-се яртыла педагогия университетының II корпусының уҡыу залында М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Азат Сәлихов, ә 16-да сәғәт 1-се 20 минутта драматург, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Наил Ғәйетбаев лекция уҡыясаҡ. (VI корпус, 202-се ауд).

Шул уҡ көндө иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем «Аҡмулланың тыуған яғында университет көндәре» үткәрелә. Уның сиктәрендә уҡытыусылар һәм студенттар күренекле мәғрифәтсе-шағирҙың яҡташтары менән осрашасаҡ. Уҙғарыу урыны — район Мәҙәниәт йорто, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы 1-се, 2-се мәктәптәр.  

Йыл һайын Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙарында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Был мәғрифәтсенең ижади мираҫы һәм мәғариф проблемаларының ғилми-педагогик йәмәғәтселек иғтибары үҙәгендә булыуы хаҡында һөйләй.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, 2015 йылда Аҡмулла уҡыуҙары Халыҡ-ара Евразия гуманистик форумы тип үҙгәртеләсәк. Был ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүенә, БДПУ-ның Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты составына инеүенә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә күп һанлы эшлекле бәйләнештәр булдырыуға бәйле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть