3 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2014 йыл, 11:18

Ҡайҙа шарттар бар, белгестәр ҙә шунда эшләйәсәк — Рөстәм Хәмитов

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешенең ҡайһы бер төп  күрһәткестәре, шул иҫәптән табиптар менән тәьмин итеү буйынса башҡа төбәктәрҙән ҡалыша. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре менән осрашыуында белдерҙе. Төбәк етәксеһе республика муниципаль район һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре менән осрашыу барышында  килеп тыуған хәлде яҡшыртыу ысулдарын билдәләне.

— Ҡайҙа шарттар бар, табиптар ҙа шунда эшләй. Уларҙы фатир, эш менән тәьмин итергә, уңайлыҡтар булдырырға кәрәк, — тине  Рөстәм Хәмитов.

Әлеге көндә 17 район һәм Ағиҙел ҡалаһы хәүеф төркөмөнә ингән, бында 10 мең кешегә 20-нән кәмерәк  белгес тура килә. Иң ҡатмарлы хәл Стәрлетамаҡ (12,8), Йәрмәкәй һәм Иглин райондарында (16,1) күҙәтелә. Октябрьский, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында ла табиптар етешмәй.

Халыҡты табиптар менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 10-сы урынды биләй. Был күрһәткес буйынса Удмуртия, Һарытау өлкәһе һәм Мордовия лидерҙар рәтендә.