8 декабрь, Кесе йома

11 декабрь 2014 йыл, 10:15

Рөстәм Хәмитов: «Баш табиптарға кабинеттарынан сығырға ваҡыт»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре менән осрашты. Төбәк башлығы һаулыҡ һаҡлау муниципаль учреждениелары баш табиптарының эшен тәнҡитләп сығыш яһаны, улар алдына үлем осраҡтарын кәметеү һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү бурысын ҡуйҙы.

Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, кадрҙар әҙерләү буйынса  Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Былтыр тармаҡҡа республика бюджетынан – 45, 2014 йылда 54 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа етерлек. Башҡортостан Президенты йыл барышында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт алыуын хәбәр итте.

Республика етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәре алдына уртаса ғүмер оҙайлығы күрһәткестәрен арттырыу, үлемде кәметеү, алкоголизм һәм наркоманияға ҡаршы көрәш, суицидтарҙы иҫкәртеү бурыстарын ҡуйҙы.

Йыл һайын Башҡортостанда 1300 тирәһе кеше суицид арҡаһында яҡты донъянан китә. Эскелек төбәктәге үлем осраҡтары сәбәптәренең береһе булып тора.

Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре республика властары контроленә алынған тип билдәләне.

Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.