6 декабрь, Шишәмбе

10 декабрь 2014 йыл, 18:24

Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында «Боронғо ҡала серҙәре» күргәҙмәһе асылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфөлә Мәжит-Ғафуриҙың йорт-музейында «Боронғо ҡала серҙәре» артефакттар һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Урал» галереяһында «Боронғо Өфө» Музей-ҡурсаулығы тарафынан тәүге тапҡыр ойошторолған күргәҙмә хаҡында хәбәр иткәйне. Республика халҡының һорауы буйынса күргәҙмә экспонаттарын яңынан күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Унда «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡыһының материалдары урын алған. Күргәҙмә Башҡортосан Президенты гранты ярҙамы менән ойошторолдо.

«Өфө-II ҡаласығы» көньяҡ Уралда иң эре ҡомартҡыларҙан һанала. Ҡаласыҡ 1953 йылда асылған, ҡаҙыныу эштәре 2006 йылда башланған. Ошо ваҡыт эсендә миллиондан ашыу артефакт табылған.

«Боронғо ҡала серҙәре» күргәҙмәһе Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында 18 декабргә тиклем эшләйәсәк, инеү ирекле. 19 декабрҙән Яңы йылға ҡәҙәр БР Милли музейында уҙасаҡ республиканың мәҙәни мираҫы объекттары фотокүргәҙмәһендә ҡатнаша.