6 декабрь, Шишәмбе

10 декабрь 2014 йыл, 14:58

Шаран районының «Ялҡын» балалар бейеү ансамбле Бөтә Рәсәй фестивале дипломына лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Воронежда «Яңы йондоҙҙар» III Бөтә Рәсәй асыҡ фестиваль-конкурсы тамамланды. Унда Рәсәй һәм сит ил коллективтары ҡатнашты. Улар төрлө йәш категорияһында сығыш яһаны.

Фестивалдә Башҡортостандан Шаран районы мәҙәниәт йортоноң «Ялҡын» ансамбле ҡатнашты. Етәксеһе – Артем Сидоров. Йәш таланттар тәүге тапҡыр ошондай күләмле сарала сығыш яһап, беренсе һәм икенсе урын өсөндар дипломдар менән бүләкләнде.

Йәш артистар жюри ағзаларына ике бейеү тәҡдим итте һәм хореографтарҙан ыңғай баһа алды. «Ялҡын»дың дәртле бейеүҙәре тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын ихласлығы, башҡарыу оҫталығы менән әсир итте, тип еткерҙе Шаран районы хакмиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Рәил Мусин.