11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2014 йыл, 14:13

Башҡортостанда иҫке торлаҡ хужаларына буласаҡ йәшәү урыны хаҡында алдан хәбәр итәсәктәр – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты форумы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостанда иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән кешеләр ниндәй районға күсереүҙәрен алдан беләсәк. Был хаҡта Өфөлә уҙған БР Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында билдәле булды.

Көҙ көнө баш ҡалала авария хәлендәге өйҙәрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты булышлығында белдереүҙәр барлыҡҡа килде.

— Әлегә йорттоң авариялы хәлендә булыуы һәм һүтеләсәге генә күрһәтелгән, ә унда йәшәүселәрҙе ҡайҙа күсереүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Кешеләрҙе ошо һорау нығыраҡ борсой, — тип билдәләне БР Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин был мәсьәлә 2015 йылдың беренсе кварталында хәл ителәсәк тип белдерҙе.