6 декабрь, Шишәмбе

10 декабрь 2014 йыл, 12:59

Рөстәм Хәмитов: «Муниципаль милекте файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә кәрәк»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда муниципаль бюджеттарҙың килемлелеге ҡала һәм райондарҙа ҡырҡа айырыла, әммә бөтә ерҙә лә һаҡламдар бар: муниципаль милекте файҙаланыу, инвесторҙар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү. Был хаҡта 9 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре менән үткән осрашыуында белдерҙе.

Президент 1 ноябргә республиканың дөйөм бюджетына 136 миллиард һум килем кереүен иҫкә төшөрөп үтте. Был 2013 йылдың ғинуар-октябренә ҡарата 9 процентҡа күберәк. Урындағы бюджеттарҙың килем үҫеше 5 процент тәшкил итте.

Һәр муниципаль берәмектә буш биналар һәм ер участкалары бар, улар инвесторҙарҙың килеүенә юридик һәм техник яҡтан әҙер түгел. Рөстәм Хәмитов муниципалитет етәкселәрен инвесторҙар менән әүҙемерәк эшләргә, уларға уңайлы шарттар булдырырға ҡушты.

Урындағы бюджетты тулыландырыуға эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индерә ала. Республика Президенты бизнесҡа административ баҫымды кәметеүҙе талап итте.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Президентының сайтында бирелгән.