9 декабрь, Йома

09 декабрь 2014 йыл, 15:18

Өфөлә Башҡортостандағы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабының киңәйтелгән ултырышы үтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Форумды БР Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы рәйесе Эльвира Айытҡолова асты. Ул ноябрҙә Мәскәүҙә үткән икенсе «Эшмәкәрлек форумы» һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Киңәйтелгән ултырышта биш майҙансыҡ эше планлаштырылған: «Көндәлек тормош сифаты», «Социаль ғәҙеллек», «Йәмғиәт һәм власть», «Ғәҙел һәм һөҙөмтәле иҡтисад», Мәғариф һәм мәҙәниәт – милли оҡшашлыҡ нигеҙе». Форумда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты үҙәк штабы ағзаһы Елена Сутормина, БР буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов, төбәк штабы рәйестәштәре, республика башҡарма власть вәкилдәре, эксперттар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.