11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2014 йыл, 11:30

Өфөлә шыршы баҙарҙары эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 10 декабрҙә республиканың баш ҡалаһында шыршы баҙарҙары эшләй башланы. Ҡалала бының өсөн 113 сауҙа нөктәһе бүленгән.

Яңы йыл шыршылары «Ауыл хужалығы йәрминкәһе», «Юрматы», «Пушкин», «Сипайлово», «Гагарин» сауҙа-сервис комплекстарында, «Алтын», «Көньяҡ полюс», «Шаҡша», «Беҙҙең Өфө», «Кувыкин» сауҙа комплекстарында, «Корсо» сауҙа-сервис комплексы һәм Ленин исемендәге майҙандарҙа, Спорт Һарайы алдында  һатыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Өфө ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.

Быйыл республикала Яңы йылға 143 мең ылыҫлы ағастар әҙерләнәсәк.