9 декабрь, Йома

10 декабрь 2014 йыл, 10:24

Башҡортостанда «500 ферма» программаһы малсылыҡ етештереүсәнлеген 10-20 процентҡа күтәрә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. «500 ферма» программаһы тормошҡа ашырылған хужалыҡтарҙа етештереүсәнлек 10-20 процентҡа күтәрелә. Был хаҡта республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре менән үткән осрашыуында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Әлеге көндә 200-гә яҡын һөтсөлөк-тауар фермаһы ошо программала ҡатнаша. 304 малсылыҡ бинаһы төҙөлгән, 5500 баш тоҡом малы  һатып алынған.

Шуның менәнә бергә, Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәре буйынса, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән райондарында ошондай бер ниндәй проект та юҡ.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Президентының сайтында бирелгән.