4 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2014 йыл, 9:45

Рөстәм Хәмитов муниципалитеттарҙан демография мәсьәләләренә иғтибар итеүҙе талап итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 декабрҙә республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре менән үткән осрашыуында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә – демографияға туҡталды. Уның билдәләүенсә, һуңғы өс-дүрт йылда төбәктә тыуым арта, ә райондарҙағы хәл киҫкен ҡала. Президент тыуымдың әлеге күрһәткестәрен (йылына 6-7 мең кеше) үткән быуаттың 60-сы йылдары менән сағыштырып, ул ваҡытта халыҡтың тәбиғи артымы «плюс 40 мең» булған, үлемде кәметеү буйынса саралар күреүҙе талап итте.

Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 69,8 йәштән 74-кә етергә тейеш, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Республикала һаулыҡ һаҡлауға күп кенә аҡса бүленеүгә ҡарамаҫтан, 2014 йылда 50 миллиард һум тирәһе, был ғына етмәй. Урындарҙа табиптар өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Шулай уҡ төбәк башлығы демография мәсьәләләрен тикшереү өсөн райондарҙа сессиялар үткәрергә, миграцияға, тыуымға, һәм иң мөһиме, үлем осраҡтарына иғтибар итергә ҡушты.

Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.