6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2014 йыл, 20:39

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы йәмғиәттең киҫкен проблемаларын хәл итеү юлдарын барлай

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Форумда йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, шулай уҡ уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.

Төбәк штабы ултырышында фекер алышыуҙар өсөн  биш эшсе төркөм ойошторолдо  – «Власть һәм йәмғиәт», «Ғәҙел һәм һөҙөмтәле иҡтисад», «Мәғариф һәм мәҙәниәт – милли оҡшашлыҡ нигеҙе», «Көндәлек тормош сифаты»  һәм «Социаль ғәҙеллек».

Форумда ҡатнашыусылар республикала йәшәүселәрҙе борсоған төп проблемаларҙы күтәрҙе. Төбәк киң мәғлүмәт сараларына ярҙам, дәүләт һатып алыуҙары, патриотик тәрбиә биреү, дауалау учреждениеларында медицина ҡорамалдарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә социаль ярҙам, иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу, уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү, медицина учреждениеларын оптималләштереү – ошо һорауҙарҙың барыһын да Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының әүҙем ағзалары контролгә алған.

Киләсәктә ошо форумдың йомғаҡтары буйынса Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы һәм Башҡортостан Президенты өсөн аналитик документ ҡабул ителәсәк.