9 декабрь, Йома

09 декабрь 2014 йыл, 22:30

Рөстәм Хәмитов: «Күп нәмә муниципалитеттар эшен ойоштороуға бәйле»

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.  9 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре менән осрашты. Төбәк башлығы муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларын һәм бөгөнгө көндә улар алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.

2014 йылда үткән һайлау кампанияһы халыҡтың власть органдарына ышаныс белдереүен күрһәтте, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Әммә муниципалитеттарға күп йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлектәрен әүҙемләштерергә кәрәк. Инвестициялар йәлеп итеү, муниципаль милек менән сифатлы идара итеү, торлаҡ төҙөлөшөн, агросәнәғәт комплексын, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өлкәһендә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ.

Төбәк етәксеһе 2015 йылда Башҡортостанда ауыл биләмәһе депутаттарын һәм 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау темаһын да күтәрҙе.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов  Әмзә урман комбинатында эш хаҡы буйынса бурыстар түләнмәһә, предприятие етәкселәре квалификацияһын юғалтасаҡ  тип белдерҙе.

Осрашыуҙа Башҡортосан Республикаһы Дәүләт – Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.