10 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2014 йыл, 18:33

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөнгө шарттарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең бурысы – берләшеүгә һәм йәмғиәт килешеүенә булышлыҡ итеү»

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 9 декабрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны.

Конференцияла 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында Дәүләт Думаһы депутаттары, урындағы башҡарма комитет етәкселәре, «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» вәкилдәре бар ине.

Конференция барышында делегаттар Башҡортостан төбәк бүлексәһенең 2014 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, киләһе осорға бурыстар билдәләне.

— Бөгөнгө шарттарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең бурысы – берләшеүгә һәм йәмғиәт килешеүенә булышлыҡ итеү, гражданлыҡ йәмғиәте институттары, сәйәси партиялар һәм хәрәкәттәр менән хеҙмәттәшлек алып барыу, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу, урындағы власть, йәмәғәтселек менән кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү, уларға ярҙам күрһәтеү. Бының өсөн партиябыҙҙың мөмкинлектәре бар,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

2016 йылда үтәсәк Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау кампанияһы тураһында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе һайлауҙарҙың еңел булмаясағын билдәләне.