11 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2014 йыл, 15:54

Дим районы баш ҡалала тәүгеләрҙән булып Еңеү Байрағын һәм Өфөнөң «Үлемһеҙ полкы» Байрағын ҡабул итте

видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 декабрҙә Өфөнөң Дим районы «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында «Еңеү байрағы» эстафетаһы башланыуға арналған тантаналы митинг уҙҙы. Эстафетаны асыуҙа муниципалитет ветерандары, район йәмәғәт ойошмалары, хакимиәттең структур подразделениелары, БР хәрби комиссариатының район бүлеге вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Байраҡты Башҡортостандың баш ҡалаһына «Еңеү байрағын ҡаршылау» федераль социаль-патриотик акция сиктәрендә килтерҙеләр. Ул  Еңеү байрағының музейҙа һаҡланған күсермәһе. Өфө илебеҙҙең ун ҡалаһы менән бер рәттән эстафетаны ҡабул итте.

Патриотик эстафетаның башланыу датаһы осраҡлы һайланмаған. 9 декабрь – Ватан Геройҙары Көнө, тап бөгөн Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр. Еңеү байрағы менән бергә ҡалала «Үлемһеҙ полк» маршы башланды.

Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һүҙҙәренсә, Еңеү Байрағын һәм «Үлемһеҙ полк» Байрағын тапшырыу тантаналары Өфөнөң бөтә райондарында уҙа һәм 2015 йылдың 23 февралендә тамамлана.