Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 20 миллион һум аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға РФ Президенты гранттарын тапшырыу III асыҡ конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан 10 ойошма социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса аласаҡ. Уның дөйөм күләме – 20 миллион һум тирәһе.

Социаль инициативалар конкурсында еңеүсе «Алкоголизмға һәм наркоманияға – юҡ» социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса Коммерцияға ҡарамаған фондтың «Реабилитация үҙәктәре белгестәренең һөнәри яныуын иҫкәртеү юлы менән  реабилитация эшмәкәрлеге нәтижәлелеген күтәреү» проектына 3 984 420 һум бүленәсәк.

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары, беҙ бергә» проекты өсөн өс, «Өсөнсө быуын» халыҡ университетына 1,9  миллион һум тапшырыласаҡ.

Конкурсҡа 2936 заявканың 347-һе һайлап алынды.

Проекттар хаҡында тулыраҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү конкурсы сайтында белергә була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть