6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2014 йыл, 12:04

Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Декабрь башында республика ауылдарында иң күркәм милли йолаларҙың береһе — ҡаҙ өмәһе үткәрелә. Туймазы районында ул элек-электән күңелле сараларҙан һанала.

Милли мәҙәниәттең байлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырған байрамда ауыл халҡы бер-береһе менән аралаша, һәр кем үҙенең оҫталығын күрһәтә. Йәштәр киләсәктә ғаилә ҡороу өсөн бер-береһен күҙләй.

Туймазы районында шәхси хужалыҡтар ҡына түгел, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиелары ла ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә районда миллиондан ашыу ҡош аҫрала, шуларҙың 70 мең тирәһе — инә ҡаҙҙар. Ҡаҙҙар республика халҡына ғына түгел, шулай уҡ күрше төбәктәргә һатыуға сығарыла, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.