9 декабрь, Йома

09 декабрь 2014 йыл, 11:40

Башҡортостан уҡыусылары Кремлдәге Президент шыршыһына әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан 114 уҡыусы Кремлгә Президент шыршыһына барасаҡ. Улар уҡыу алдынғылары, конкурстарҙа һәм предмет олимпиадаларында еңеүселәр, социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән балалар, етемдәр һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары.

БР Мәғариф министрлығының балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Вәсилә Ибраһимова хәбәр итеүенсә, байрамға саҡырылған уҡыусылар 24 декабрҙә Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатына йыйыла. 25 декабрҙә делегация махсус рейс менән Мәскәүгә оса. Балаларҙы һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәрҙе «Измайлово» ҡунаҡхана комплексына урынлаштырасаҡтар. Шул уҡ көндө комплекстың концерт залында уҡыусыларға «Белка һәм Стрелка» театрлаштырылған тамаша күрһәтеләсәк.

Илдең төп шыршы байрамы 26 декабрҙә Дәүләт Кремль Һарайында уҙа. Унда бөтә илдән ете мең тирәһе бала ҡатнаша.

Өфөлә һәләтле балалар өсөн Президент шыршыһы 22 декабрҙә үтә.