Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

«Мәскәү һылыуҡайы – 2014» конкурсында Әлфиә Килдейәрова еңеп сыҡты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡорт ҡыҙҙары араһында уҙғарылған «Мәскәү һылыуҡайы – 2014» конкурсында Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технологик университетының икенсе курс студенткаһы Әлфиә Килдейәрова еңеү яуланы. Ул бәйгенең бөтә этаптарында ла уңышлы сығыш яһап, баһалама ағзаларын һәм тамашасыларҙы әсир итте. Еңеүсенең һүҙҙәре буйынса, ул тәүге тапҡыр ошондай конкурста ҡатнашҡан. Инженер һөнәренә эйә булырға теләгән ҡыҙ техник өлкәлә белемен камиллаштырырға ниәтләй.

Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты эргәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында БР студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы тарафынан ойошторолған гүзәллек конкурсы С.Орджоникиджзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университетында үтте. Бындай байрам илдең баш ҡалаһында икенсе тапҡыр ойошторолдо. Ә еңеүсе Өфөлә республика матурлыҡ бәйгеһендә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Гүзәллек конкурсында башҡорт эстрадаһы йондоҙо Рэдик Ефремов, Мәскәүҙең «Саптар»  ҡурайсылар ансамбле, «Алтын Ай» бейеү ансамбле, фольклор коллективтары, тәүге «Мәскәү һылыуҡайы» бәйгеһе еңеүсеһе Камилә Биҡҡолова, башҡорт КВН командаһы студенттары сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть