Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Вахтангов исемендәге театр Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы Азат Абдуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклен тәҡдим итәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Евгений Вахтангов исемендәге Мәскәү дәүләт академия драма театры Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклен күрһәтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына пьесаның авторы Азат Абдуллин хәбәр итте, ул үҙе лә театр труппаһы менән гастролдәргә бара.

Театрҙа был мәғлүмәттте раҫланылар.

— Эйе, беҙ шаршамбы, 10 декабрҙә, Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» пьесаһы менән Америка Ҡушма Штаттарына гастролдәргә китәбеҙ. Спектаклдең режиссеры – Роман Витюк, — тип һөйләне Вахтангов театрының директор урынбаҫары Григорий Пумашев. — Беҙ Америкаға бер нисә тапҡыр гастролдәребеҙҙе ойошторған билдәле продюсер компанияһының саҡырыуы буйынса барабыҙ. Спектаклде ике тапҡыр Нью-Йоркта, һуңынан Вашингтонда, Филадельфияла, Бостонда күрһәтәсәкбеҙ. Ни өсөн тап ошо пьесаны һайланыҡ? Сөнки бында Рәсәйҙән эмиграцияланған балет артисы Рудольф Нуриев тураһында һүҙ  бара. Бынан тыш, Нью-Йоркта ҡуйыласаҡ спектаклгә Михаил Барышников та килергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың февралендә Өфөлә Роман Витюк театрының гастролдәре үтте, унда Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектакле күрһәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть