Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт Вики-Һабантуйын ойоштороусылар үҙ башланғыстарында ярҙам итеүҙе һорай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡорт Википедияһының әүҙем ағзалары бөтә донъя интернет-энциклопедияһындағы башҡорт телендәге ресурстың 10 йыллыҡ юбилейын билдәләү буйынса әҙерлек эштәрен дауам итә. Әүәлерәк «Башинформ» агентлығында хәбәр ителеүенсә, «Вики-Һабантуй 2015»-тең төп ваҡиғаһы – «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» фәнни-практик конференцияһы. Ул 2015 йылдың 24-26 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә уҙа.

Башҡорт Википедияһының администраторы Рөстәм Нурыев әйтеүенсә, юбилей сараларын ойоштороу өсөн финанс һәм матди ярҙам талап ителә.

Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015 байрамы Рәсәй һәм сиктәш илдәр халыҡтарының телдәр бүлеген үҫтереүгә, Википедияны һәм Викимедианың башҡа проекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Әлеге көндә башҡорт Википедияһында яңы мәҡәләләр конкурсы ойошторолған, график материалдарҙы эшләү өсөн ижади оҫтахана бар. Википедияның бөтә телдәр бүлегендә Башҡортостан хаҡында халыҡ-ара мәҡәләләр бәйгеһен иғлан итеүгә әҙерлек бара.

Киләсәктә ойоштороусылар йәмәғәт, мәғариф, фәнни учреждениелар, нәшриәттәр һәм китапханалар менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә берлектәге проекттар эшләргә, шулай уҡ презентациялар, осрашыуҙар, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары уҙғарырға ниәтләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть