8 декабрь, Кесе йома

08 декабрь 2014 йыл, 14:51

2015 йылдан Башҡортостанда физик шәхестәрҙең милегенә һалым яңыса иҫәпләнәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2015 йылдың 1 ғинуарынан физик шәхестәргә милек һалымы уның кадастр иҫәбенән сығып иҫәпләнәсәк. Бөгөнгө көндә ул инвентарь хаҡы нигеҙендә билдәләнә.

Ағымдағы йылдың октябрь аҙағында республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары шуға ярашлы закон ҡабул итте, ә ноябрҙә Өфө ҡала советы парламентарийҙары ла һалым күләмен билдәләне. Ул объекттың кадастр хаҡынан  0,1-ҙән 2 процентҡа тиклем тирбәлә. Кадастр хаҡын Росреестр сайтында кадастр картаһынан ҡарап белергә мөмкин.

Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр (балалыҡҡа алыусылар, опекундар), етем балалар, ата-әсәләр (балалыҡҡа алыусылар, опекундар) һәм күп балалы ғаиләләрҙә ҡарауһыҙ ҡалған 18 йәшкә тиклемге балалар торлаҡҡа һалым түләүҙән азат ителә. Әгәр ҙә улар был милекте эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланмаһа һәм уның кадастр хаҡы 300 миллиондан артмаған осраҡта.

Тулыһынса һалым түләтеү 2019 йылда башлана.