Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан халҡы 31 декабргә тиклем адреслы социаль түләүҙәрҙе рәсмиләштерә ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2014 йылдың уртаһынан алып Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы тарифтарҙы раҫланы. Республикала йәшәүселәрҙең финанс йөкләмәләрен кәметеү һәм төбәк бюджетынан сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика Хөкүмәте 1 июлдән адреслы социаль түләүҙәр индерҙе. Был компенсация түләүҙәренең дөйөм үҫеше 12 проценттан юғары булған ҡулланыусыларға ҡағыла.

Адреслы социаль түләүҙәр алыу өсөн 31 декабргә тиклем идара итеүсе компанияға,  Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәккә йәки  Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәрҙе алыу өсөн мотлаҡ шарт – элек күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн бурыстарҙың булмауы.

«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 декабргә идара итеүсе компанияларҙың һәм физик шәхестәрҙең йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн компанияға булған бурысы 2,6 миллиард һум тәшкил итә. 2014 йылдың башынан алып был һан ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре үҫешенең сикке индексы. 2015 йылда граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре үҫешенең сикке индексы (1 июлдән 2015 йылдың 31 декабренә тиклем) 14,3 процент тәшкил итәсәк. 2016 йылға сикке индекс махсус формула буйынса иҫәпләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть