6 декабрь, Шишәмбе

08 декабрь 2014 йыл, 12:59

Эстонияла Салауат Юлаев тураһында икенсе китаптың презентацияһы үтте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Таллиндың (Эстония) Теллискиви ижади үҙәгендә 2014 йылдың көҙөндә донъя күргән китаптарҙың презентацияһы уҙҙы. Унда Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, яҙыусылар, мөхәррирҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Тәҡдим ителгән яңы китаптар араһында «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни йәмғиәте рәйесе Флүзә Хәйруллина төҙөгән «Эстония иҫләй. Салауат Юлаев» китабы ла бар. Китап башҡорт халҡының милли геройының тыуыуына 260 йыл тулыуға бағышланған. Баҫма Эстонияның «ТЕА» нәшриәтендә эстон һәм рус телдәрендә нәшер ителгән. Китаптың презентацияһы июлдә үтте.

Китаптың икенсе баҫмаһы октябрҙә донъя күрҙе. Унда Эстонияла һәм Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнап уҙғарылған  сараларҙың фотоһүрәттәре урын алған. Июлдә Эстония делегацияһы Башҡортостанда үткән сараларҙа – башҡорттар ҡоролтайы семинарында, «Салауат йыйыны» этно-фестивалендә ҡатнашты. Шул уҡ ваҡытта Эстонияла Башҡортостан делегацияһы ҡатнашлығындағы саралар уҙҙы.

«Эстония иҫләй. Салауат Юлаев» китабы Эстония мәктәптәре, юғары уҡыу йорттары һәм ҡала китапханаларына таратылды, шулай уҡ «Аполло» китап магазиндарында һатыла.

Әҙәби кисә башҡорт музыкаһы менән тамамланды. Таллин башҡорт йәмғиәте вәкилдәре Илнур Хәйруллин менән Рәсүл Ҡадиров ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа «Уралым», «Хан ҡыҙы», «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны.