7 декабрь, Шаршамбы

08 декабрь 2014 йыл, 12:35

Өфөлә «Таланттар йондоҙлоғо» мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы еңеүселәре сығыш яһаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Таланттар йондоҙлоғо»  V асыҡ республика һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының гала-концерты 8 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙа. Уның ойоштороусылары – Өфөнөң Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге һәм «Әсә йөрәге» республика йәмәғәт ойошмаһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ижади бәйге өс этапта   үтте. Конкурста 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Улар йыр сәнғәте, нәфис һүҙ, инструменталь башҡарыу, халыҡ бейеүе,  ҡул менән ишаралап менән йырлау һәм үҙенсәлекле жанр номинацияларында үҙ оҫталығын һынаны.

Финалда Гран-приға лайыҡ булыусы һәм призлы урын яулаусылар билдәле буласаҡ. Гала-концерт сәғәт 6-ла башлана. Инеү ирекле.

Конкурстың төп маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу.