4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2014 йыл, 9:51

«Башҡортостан» дәүләт концерт залын асыу – ҙур мәҙәни ваҡиғалар теҙмәһенә тәүге аҙым – Рөстәм Хәмитов

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 5 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылы тамамланыуға арналған тантанала ҡатнашты. Сара ҡабаттан асылған «Башҡортостан» дәүләт концерт залында (элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы) уҙҙы.

Бинаны капиталь ремонтлау 2013 йылда башланды. Уға сифатлы яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, ҙур һәм бәләкәй залдарҙың дизайнын һәм формаларын үҙгәртеү, инженер коммуникацияларын  алмаштырыу (йылытыу, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр селтәре), янғын һүндереү системаһын монтажлау инде. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленде: инвалидтар өсөн өс лифт һәм пандустар, айырым санузелдар төҙөлдө. Тамашалар залы акустикалы профессиональ концерт залы итеп үҙгәртелде. Түбәне һәм стеналарҙы йөҙләү өсөн заманса акустик материалдар ҡулланылған. Капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға 986 миллион һум йүнәлтелгән.

Республика етәксеһе беренсе һәм өсөнсө ҡаттарҙағы фойены ҡараны, камера залының акустик мөмкинлектәрен баһаланы, унда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Россиниҙың фортепиано өсөн һалынған «Севильский цирюльник» операһынан өҙөк башҡарҙы. Дәүләт концерт залы асылыу айҡанлы Милли симфоник оркестр залында музыканттар башҡорт  композиторы Айрат Кәримовтың вальсын уйнаны.

Әлеге көндә был симфоник, шулай уҡ эстрада концерттары, театр постановкалары һәм шоу-программалар уҙғарыу өсөн үҙенсәлекле концерт майҙансығы, тип билдәләне «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Алмас Сәйетов.  

Тантаналы сарала Мәҙәниәт йылына йомғаҡ яһап, Рөстәм Хәмитов 11 билдәле артистарға, рәссамдарға, музыканттарға, педагогтарға һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

— Оҙаҡ йылдар хыялланған ошондай матур залды күргәс, башҡарған эштәребеҙҙең мөһимлеген аңлайһың. Мөмкинлектәр, проектлаусылар, ошондай гүзәллек тыуҙырыусы кешеләрҙе таптыҡ, һәм барыһы ла килеп сыҡты. Бөтәһе лә әҙер булмаһа ла, был инде яңы, күркәм бина. Был ҙур  мәҙәни ваҡиғалар теҙмәһенә тәүге аҙым, — тине Башҡортостан Президенты.

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында мәҙәни үҫеште,  кешеләрҙе халыҡ сәнғәте традицияларына йәлеп итеүҙе, гастролдәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙе республика етәксеһе Мәҙәниәт йылының төп уңышы тип атаны.

Концерт «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексының ал яғында видеопроекциялы шоу һәм байрам салюты менән тамамланды.

Сығыштың ентекле стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.