6 декабрь, Шишәмбе

08 декабрь 2014 йыл, 11:19

Башҡортостанда дауылдан зыян күргән райондар халҡы республика Президентына тиҙ һәм сифатлы төҙөкләндереү эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 декабрҙә Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Яңауыл ҡалаһына, Яңауыл һәм Краснокама райондарына барҙы. Республика башлығы быйыл август айында дауыл һөҙөмтәһендә емерелгән  йорттарҙы төҙөкләндереү эштәрен баһаланы, производство һәм ауыл хужалығы предприятиеларында, социаль объекттарҙа булды, тип хәбәр иттеләр төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яңауыл һәм Краснокама райондарындағы йорттарҙы төҙөкләндереү буйынса эш барышын Башҡортостан Президенты үҙ контроленә алған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 46 өй тулыһынса емерелгәйне, 419-ы төҙөкләндереүҙе талап итте.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Яңауыл ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһендә һәм Яңауыл районының Кониг ауылында булды. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов 12 яңы төҙөлгән йорттоң 11-е хужаларына тапшырылды тип еткерҙе. Яңауылдағы тағы бер йортта биҙәү эштәре тамамланып килә.

Башҡортостан Президенты тәбиғәт ғәрәсәтенән һуң төҙөкләндерелгән йорттарҙың береһендә булды, урындағы халыҡ менән аралашты. Рөстәм Хәмитов хәл ителмәгән мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды, йыл аҙағына тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.

— Дүрт ай эсендә бөтә эштәрҙе башҡарып сыҡтыҡ. Был яҡшы һөҙөмтә. Бөтә кешеләр ҙә торлаҡ менән тәьмин ителгән,  шарттар һәйбәт. Халыҡ ҡыш көнө урамда тороп ҡалмаһын өсөн йорттарҙы тиҙерәк төҙөргә, ошо хәлде ике-өс йылға һуҙмаҫҡа кәрәк ине, — тине Рөстәм Хәмитов.

Краснокама районының Ҡарый ауылында тағы ла 34 йорт төҙөлөп, хужаларына тапшырылған. Муниципалитет башлығы Рәзиф Ғилмуллин ремонт эштәре талап иткән 136 йорт төҙөкләндерелгән тип хәбәр итте. Рөстәм Хәмитов дауылдан зыян күргән ауыл халҡы менән осрашты, улар уға сифатлы төҙөкләндереү эштәре, ауылдарҙы тиҙ арала ғәҙәти тормошҡа ҡайтарыуы һәм күрһәткән матди ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов 2014 йылдың сентябрендә сафҡа индерелгән 10-сы «Чебурашка» балалар баҡсаһының өҫтәмә корпусын ҡараны. Уның майҙаны – 4,3 квадрат метр. Бина 160 урынға иҫәпләнгән. Объекттың хаҡы 107, 6 миллион һум тәшкил итте.

Шул уҡ көндө республика етәксеһе яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн модулле ҡорамалдар етештергән «Нефтемаш-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты.  Проект инвестициялары – 50 миллион тирәһе.

Рөстәм Хәмитов 2006 йылда ойошторолған «Йәйғор» фәнни-производство фирмаһында булды. Компания нефть һәм газды быраулау һәм табыу өсөн заманса технологик ҡорамалдар әҙерләй һәм етештерә.

Тағы ла Башҡортостан Президенты Яңауыл районының Шүдек ауылында 2013 йылда «500 ферма»  республика программаһы сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылған һөтсөлөк-тауар фермаһында булды.