11 декабрь, Йәкшәмбе

05 декабрь 2014 йыл, 17:03

Өфө көрәш буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 6-7 декабрҙә Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты уҙасаҡ.

Ярыштың ойоштороусылары – РФ Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Милли һәм билбаулы көрәш федерацияһы.

Көс һынашырға 37 төбәктән 150-ләп көрәшсе сығасаҡ.

Башҡортостан йыйылмаһынан һигеҙ спортсы сығыш яһаясаҡ: спорт мастеры Илфак Ибәтуллин (60 килограмға тиклем), спорт мастеры Рәмил Ғәлимов (65 килограмға тиклем), спорт мастеры, 2014 йылда донъя чемпионатында көмөш призер Артур Зөлҡәрнәев (70 килограмға тиклем), атҡаҙанған спорт мастеры, 2014 йылда ғәмәлдәге донъя чемпионаты Альберт Рәхмәтуллин (75 килограмға тиклем), спорт мастерлығына кандидаттар Рушан Ильясов һәм Илдар Моратов (80 килограмға тиклем), спорт мастерына кандидат Айгиз Зәйнетдинов (90 килограмға тиклем) һәм халыҡ-ара класындағы спорт мастеры, 2014 йылда билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты Рөстәм Арыҫланов (100 килограмдан ашыу).