Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Республиканың баш теркәүсеһе Бөтә Рәсәй хаҡ ҡуйыу форумының рәхмәтенә лайыҡ булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков Рәсәй Федерацияһында дәүләт кадастр хаҡы системаһын төҙөүҙә һәм камиллаштырыуҙа, шулай уҡ хаҡ ҡуйыу эшмәкәрлегенең профессиональ нигеҙҙәрен үҫтереүгә әһәмиәтле өлөш индергәне өсөн «Хаҡ ҡуйыу баҙарында яңы уйын ҡағиҙәләре» Бөтә Рәсәй хаҡ ҡуйыу форумының рәхмәтенә лайыҡ булды.

Башҡортостандың баш дәүләт теркәүсеһенә награданы 4 декабрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында тапшырҙылар. Агентлыҡта төбәк Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә республиканың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды менән берлектә БР Йәмәғәт палатаһы ойошторған «Бәләкәй һәм урта бизнесҡа һалым һалыу» түңәрәк өҫтәле уҙҙы. Бының хаҡта Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть