10 декабрь, Шәмбе

05 декабрь 2014 йыл, 15:38

Баш ҡалала тәүге ҡар туҡтамайынса 30 сәғәт яуҙы

фото: Олег Яровиков һәм Өфө хакимиәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Календарь буйынса ҡыштың аяҡ баҫыуы менән Башҡортостанға ҡар бураны килде. Көслө ел менән тәүге ныҡ ҡына ҡар яуыуын өфөләр уҙған көндә, 4 декабрҙә, күҙәтте. Ҡар туҡтамайынса 30 сәғәт яуҙы. Һөҙөмтәлә юлдарҙы көрт баҫты һәм өй баштарын ҡар ҡапланы.

4 декабрҙән 5-нә ҡарата төндә республиканың баш ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре көсөргәнешле рәүештә эшләне, урамдарҙы ҡарҙан таҙартты. Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, ҡарҙан таҙартыу эшенә 305 махсус техника йәлеп ителгән: ҡаланың ете район торлаҡ хужалыҡтарының 250 машинаһы, «Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ» муниципаль унитар предприятиеһының 24 машинаһы һәм «Горзеленхоз» предприятиеһының 31 машинаһы.

Иртәнгә ҡаланың төп юлдары ҡар һырынтыларынан таҙартыла. Хәҙер ҡар яңынан яуа башланы, махсус техника үҙ эшен дауам итә.

Ҡала хакимиәтенән милекселәр һәм ҡуртымсылар яуаплылығында булған сауҙа үҙәктәре, магазиндар, офис биналары тирәһәндәге  территорияларҙың торошона контролде көсәйтеү тураһында хәбәр иттеләр.