4 декабрь, Йәкшәмбе

05 декабрь 2014 йыл, 12:40

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советын Камил Йыһаншин етәкләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советының беренсе ултырышы уҙа.

Йәмәғәт советы йәмәғәт контроленең даими эшләүсе кәңәшмә-консультация органы булып тора, уның ҡарарҙары кәңәш итеүсе сифатҡа эйә. Положениеға ярашлы Йәмәғәт советы өс йыл дауамында эшләйәсәк. Уның составына БР йәмәғәт ойошмаларының һәм киң мәғлүмәт сараларының 10 вәкиле инде, шул иҫәптән БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, «Башҡортостан» нәшриәт йортоноң баш мөхәррире Эльза Хорева.

Беренсе ултырышта совет ағзалары рәйес һайланы – ул билдәле яҙыусы һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Камил Йыһаншин булды. Уның урынбаҫары итеп «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров һайланды, йәмәғәт секретары –  «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының мәғлүмәти программалар хеҙмәте мөхәррире Анастасия Панина.

Беренсе ултырышта «2015-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында киң мәғлүмәт сараларын һәм китап сығарыуҙы үҫтереү» дәүләт программаһы проекты ҡаралды. Әлеге ваҡытта программа проекты БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән әҙерләнгән һәм ризалыҡ алыуҙы үтә.

— Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларының бик ҙур даирәһе барлыҡҡа килде. Күп кенә күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһында беренсе урынды биләйбеҙ, мәҫәлән, халыҡты матбуғат киң мәғлүмәт саралары менән тәьмин итеү һаны буйынса. Дәүләт ярҙамына ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Ҡайһы берҙәр, баҙар барыһын да көйгә һаласаҡ, тип иҫәпләй. Беҙҙең дәүләт программаһының принцибы буйынса ул хәҙер республика территорияһында сыҡҡан һәм таратылған бөтә киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итергә тейеш, — тип хәбәр итте БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Ултырышта шулай уҡ алдағы Әҙәбиәт йылына арналған тәҡдимдәр тикшерелә.