5 декабрь, Дүшәмбе

05 декабрь 2014 йыл, 11:57

Ян Крыжевский Өфөгә яңы ижади пландар менән ҡайтты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле рәссам Ян Крыжевский оҙаҡ йылдар эмиграциянан һуң Өфөгә ҡайтты. Ул үҙенең эштәрен алып ҡайтҡан һәм ижади пландарға бай.

Рәссам 1991 йылда Америка Ҡушма Штаттарына күсеп китә. Һуңғы йылдарҙа документтарһыҙ, йәшәүгә сараһыҙ ауыр тормош хәлендә ҡала. Билдәле рәссамдың ҡыҙы бының хаҡта Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр итә. Уның хатын алғандан һуң Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа тейешле документтарҙы тултырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Бер нисә көндә документтар әҙер булып, рәссам тыуған еренә ҡайта алды.

Ян Крыжевскийҙы трансреализмға нигеҙ һалыусы тип атайҙар. Ул 1948 йылда Өфөлә тыуған, 1969 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, 1970 йылдан Рига Художество академияһында уҡый. Ян Крыжевскийҙың ижади эшмәкәрлеге 1973 йылда башлана. 1975 йылдан алып ул СССР Рәссамдар союзында тора. Өфөлә, Вологдала, Ярославлдә, Санкт-Петербургта эшләй. Уның эштәре Болгарияла, Финляндияла, Германияла, Францияла, Италияла күргәҙмәләргә ҡуйыла, «Кристи» (1990) һәм «Сотбис» (1992) аукциондарында ҡатнаша.

Алдан республика башлығы Рөстәм Хәмитов рәссам өсөн Өфөлә лайыҡлы шарттар булдырыласағын хәбәр иткәйне. Бынан тыш, рәссамдың эштәре Рәсәй Федерацияһы, сит ил музейҙары буйлап таралған, улар ватанға кире ҡайтарыласаҡ. Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.