3 декабрь, Шәмбе

05 декабрь 2014 йыл, 11:14

2014 йылға ауыл хужалығына ярҙам итеүгә Башҡортостанға тағы ла 2,2 миллиард һум самаһы бүленә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 2014 йылға ауыл хужалығына ярҙам итеүгә дөйөм 92 миллиард һум күләмендәге субсидияларҙы РФ Хөкүмәте бүлде. Башҡортостан бюджетына 2,2 миллиард һум самаһы күсәсәк. Тейешле ҡарар Рәсәй Хөкүмәте сайтында урынлаштырылған.

Уларҙан 928 миллион һум малсылыҡты үҫтереүгә, эшкәртеүгә һәм малсылыҡ продукцияһы баҙарҙары инфраструктураһын һәм логистик тәьминәтен үҫтереүгә инвестиция кредиттары буйынса процент ставкаларының өлөшөн ҡаплауға, 482 миллион һум — үҫемлекселек ихтыяждары өсөн ошондай уҡ маҡсаттарға тәғәйенләнгән. 712,4 миллион һум үҫемлекселек өлкәһендәге ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға барасаҡ. 53,2 миллион һум республикаға мелиорация системаһын үҫтереүгә бүленә.

Алдан ошоға оҡшаш документ менән РФ Хөкүмәте дөйөм 36,3 миллиард һум күләмендәге субсидияларҙы бүлеү тәртибен раҫланы. Саралар ауыл хужалығы етештереүселәренең кредиттар буйынса процент ставкаларының бер өлөшөн ҡаплауға, үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә страховкалауға, элиталы орлоҡтар алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға, үҫемлекселектең айырым тармаҡтарына ярҙам итеүгә тәғәйенләнгән.