6 декабрь, Шишәмбе

05 декабрь 2014 йыл, 10:09

Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының Күҙәтеү советы ултырышында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының, үҙе уның составына ингән, Күҙәтеү советы ултырышында ҡатнашты.

Федерация президенты Станислав Шевченко совет ағзаларына тамамланып килгән 2014 йылғы миҙгелгә Рәсәй йыйылма командаларының сығыштары хаҡында отчет бирҙе һәм 2015 йылғы миҙгелгә уларҙың әҙерлеге тураһында һөйләне. Ултырышта ҡатнашыусылар Рәсәйҙә волейболды үҫтереү һәм популярлаштырыу менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Башҡортостанда һәүәҫкәр һәм профессиональ кимәлдәрҙәге волейбол менән 66 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 2009 йылдан алып республиканың спорт мәктәптәре һәм профессиональ волейбол клубтары 74 спорт мастеры кандидатын, 3 спорт мастерын һәм 2 халыҡ-ара класындағы спорт мастерын әҙерләгән. Волейболды үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса оҙаҡ сроклы программа әҙерләнгән, Өфөлә «Ҡашҡаҙан» паркында, «Дуҫлыҡ монументы» ҡала йылға причалында һәм Яҡутов исемендәге паркта һыу эргәһендәге волейбол майҙансыҡтары асылған.

2014 йылдың декабрендә клубтарҙы «Урал» профессиональ спорт волейбол клубы» автономиялы коммерцияһы булмаған ойошмаһының берҙәм структураһына реформалаштырыу тамамланасаҡ, уға «Урал» ирҙәр волейбол клубы һәм «Уфимочка» ҡатын-ҡыҙҙар волейбол клубы структуралары инәсәк.

Әлеге ваҡытта Өфөлә М.Калинин исемендәге парк биләмәһендә заманса махсуслаштырылған ярышыу волейбол комплексын төҙөү мәсьәләһе ҡарала.