9 декабрь, Йома

05 декабрь 2014 йыл, 9:33

Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты (ВИАМ) генераль директоры Евгений Каблов «Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Ул химия һәм металлургия сәнәғәтендә, авиация двигателдәре, транспорт саралары һәм электрон ҡорамалдар етештереүҙә ҡулланырға мөмкин булған яңы быуын материалдарын һәм энергоэффектив технологияларҙы индереү, уларҙы перспективалы изделиелар булдырыуҙа эшкәртеү өлкәһендәге төбәк предприятиелары менән ғилми-техник эш итеүҙе күҙ уңында тота.

Хеҙмәттәшлек тураһында тағы ла бер килешеү «Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында төҙөлдө. Ул уҡытыу-методик, ғилми, кадрҙар һәм профессиональ белем биреүҙә мәғлүмәти тәьминәт тармағында, шулай уҡ  ҡорос һәм иретмәләр металлургияһы, композиция һәм полимер материалдары кеүек өлкәләрҙәге ғилми-тикшеренеү һәм инновацион эшмәкәрлектә бергәләп эшләүҙе ниәт итә.

Рөстәм Хәмитов институттың алдынғы эштәре күрһәтелгән күргәҙмәне ҡараны һәм генераль директор Евгений Каблов менән хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшерҙе.

— Инженер булараҡ проектлауҙа, конструкциялар ҡороуҙа, яңы машиналар, авиация двигателдәре, яңы конструкциялар эшләүҙә заманса конструкция материалдары роленең ни тиклем мөһим булғанын мин ап-асыҡ аңлайым. Ҡеүәтле, көслө, заманса, динамик үҫешеүсән институтығыҙ менән эш итеү – Башҡортостан Республикаһы өсөн бик мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты менән хеҙмәттәшлектең республика предприятиеларын яңыртыу процесына тәьҫир итәсәген билдәләне.

— Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер төркөм тармаҡтар иҫкесә эшләй. Илебеҙҙе артҡа тартҡан тәжрибәнең күпләп артыуы бара. Һис шикһеҙ, беҙ иң заманса, алдынғы технологияларҙы ҡулланырға тейеш. Бөгөнгө презентация бер нисә республика предприятиеларының заманса ҡалыпта, беҙҙең менән эшләй башлауын күрһәтте. Заманса ғилми белем һәм практика өлгөләрен  индереү өсөн башҡа тармаҡ етәкселәренән дә ошондай хеҙмәттәшлекте талап итәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты.

Предприятие генераль директоры Евгений Каблов Рөстәм Хәмитовҡа институт эшмәкәрлегенә иғтибар иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм артабанғы тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

— Республика етәксеһе ҡыҙыҡһыныу белдергән, кешеләр беҙҙең нимә тәҡдим иткәнебеҙҙе дөрөҫ баһалай һәм аңлай алған төбәк менән эшләүе һәм уға ярҙам итеүе ҡыуаныслы, — тине Евгений Каблов.