Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе беҙ йәшәгән ваҡытҡа һәм шарттарға тап килә – Константин Толкачев

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

 — Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе беҙ йәшәгән ваҡытҡа һәм шарттарға тап килә. Владимир Путин әйберҙәрҙе үҙ исемдәре менән атаны: күп кенә дәүләттәр өсөн милли ғорурлыҡ – күптән онотолған төшөнсә, ә суверенитет – ярамаҫлыҡ зиннәт. Ул ҡаты ғына яңғыраны, әммә ҡапма-ҡаршы түгел, Рәсәй донъя өсөн асыҡ һәм ябылырға йыйынмай, — тип тип Мөрәжәғәтнамәгә комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, программа документында йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре ҡуҙғатыла, масштаблы маҡсаттар ҡуйыла һәм уларға ирешеү юлдары билдәләнә, ә Мөрәжәтнамәне аңлатып биреү Рәсәй Федерацияһының стратегик ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алыуға нигеҙләнә.

— Ил Президенты иҡтисад өлкәһендәге ҡыҙыҡлы инициативаларҙы уҡып ишеттерҙе. Иң тәүҙә, алдағы дүрт йылға ғәмәлдәге һалым шарттарын нығытыу тәҡдимен билдәләр инем. Ул планлаштырыу офоғон киңәйтә, тотороҡло үҫеш өсөн шарттар булдыра, иртәгәге көнгә ышаныслылыҡ бирә. Капиталды тулыһынса амнистиялау тураһындағы фекер бик ваҡытлы яңғыраны – аҡса ил иҡтисадына эшләргә тейеш. Бизнес-берләшмәне башҡа идеялар ҙа – административ контролде кәметеү, һалым йөгөн еңеләйтеү, аңлы импортты алмаштырыу ҡыуандырыр тип уйлайым. Ил үҫеше үҙебеҙҙән, эш урындарында ултырыусы һәм кемебеҙҙән тора, — тине Константин Толкачев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть